Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Декабрь 2023, 06:54

Ғүмерҙәрең булһын бәхетле

Ейәнсура районы Өмбәт ауылында тыуып үҫкән, Ҡалта ауылына килен булып төшкән, бөгөнгө көндә Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң яҡын кешебеҙ, әсәйебеҙ, тормош иптәшебеҙ Аксана Иҙрис ҡыҙы ИСХАҠОВАны ысын күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ғүмерҙәрең булһын бәхетлеҒүмерҙәрең булһын бәхетле
Ғүмерҙәрең булһын бәхетле

Тыуған көнөң менән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, сәләмәтлек, балаларыңдың күңелен күреп, оҙон ғүмер кисерергә теләйбеҙ.
Изге теләктәр менән тормош иптәшең Сөнәғәт, балаларың Азалия, Азамат, Салауат, Әминә, кейәүең Айнур.
Ғүмерҙәрең булһын бәхетле,
Бәхеттәрең булһын ғүмерле.
Ерҙә булған бөтә изгелекте.
Бирһен Хоҙай һиңә был көндө.

Автор:
Читайте нас