Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
28 Декабрь 2023, 10:19

Ҡайғы хәсрәт күрмәй йәшәйек!

Яҡут ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Азат Ринат улын ҒӘЛИЕВты матур юбилейы - 35 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡайғы хәсрәт күрмәй йәшәйек!Ҡайғы хәсрәт күрмәй йәшәйек!
Ҡайғы хәсрәт күрмәй йәшәйек!

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы теләйбеҙ. Барлыҡ өмөт-хыялдарың тормошҡа ашһын, иҫәнлектә-һаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларға терәк таяныс булып, ҡайғы хәсрәт күрмәй оҙон оҙаҡ йәшәйек!
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек- ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Әлиә, улың Айназ.

Автор:
Читайте нас