Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ - Әхтәм Әҡсән улы МӘЗИТОВты матур ғүмер байрамы - 70 йәшлек юбилейы менән тәбрикләп йөрәк түренән сыҡҡан сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе еткереп ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Алдағы тормошоңда ла ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, әнейебеҙ менән бергә иңгә-иң терәшеп, тигеҙ, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Оло терәк, кәңәшсе булып йәшәүең беҙҙең өсөн оло бәхет. Барыбыҙға ла тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн оло рәхмәтлебеҙ һиңә. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, беҙгә терәк булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, һәр атҡан таңдарға ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Барлыҡ яҡшылыҡтарың, йөрәк йылың, скиһеҙ ярҙамың өсөн бик ҙур рәхмәтлебеҙ. Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, атай, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәүзилә, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.