Тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге - һин!

Флюр ВӘЛИЕВҡа иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге - һин!Тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге - һин!
Тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге - һин!

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ Флюр Хөсәйен улы ВӘЛИЕВты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Бар тәбиғәт ап-аҡ ҡарлы юрғандарға төрөлгән мәле, һыуыҡ-сатлама, аҡман-тоҡман, буранлы, ҡарлы ҡыштың ҡаршылыҡтарына бирешмәйенсә, Яңы йыл алдынан донъяға ауаз һалған.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, ярҙамсыл, асыҡ күңелле кеше, яҡшы ғаилә башлығы, балаларына хәстәрлекле атай. Һин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, һин булғанда беҙ бәхетле, тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге, таянысы һин!
Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур, күркәм байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүеңде теләйбеҙ. Артабан да әсәйебеҙ менән бәрәкәтле, мул тормошта, туғандар ихтирамында, беҙ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең изгелегендә имен, һау-сәләмәт, бергә-бергә ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нурзиә, улдарың Альберт, Флорид, киленең Ирина, ейәндәрең Артур, Радмир, Богдан, Имран, ейәнсәрең Тәмилә.

Автор:
Читайте нас