Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡарлы-буранлы ҡыш миҙгеленең Яңы йылы тыуған осоронда, 2-се ғинуарҙа беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ Әлфиә Ғәриф ҡыҙы ҮЛМӘҪБАЕВА 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Беҙҙең һөйөклөбөҙ – хәстәрлекле әсәй, яратҡан өләсәй, дуҫтарына алсаҡ, туғандарына ярҙамсыл. Һәр эштә лә тәртип һәм теүәллек яратыуына, талапсан булыуына, эшләгән эштәрен яратып, еренә еткереп башҡарыуына ҡарап һоҡланабыҙ. Әсәйебеҙ уңған хужабикә, ҡулдарынан килмәгән эш юк уның, ҡайтҡан һайын тәмле аштары, йылы һүҙ, алсаҡ йөҙө менән ҡаршылап беҙгә шатлыҡ өлгәшә.
Күҙ нурыбыҙ, һинең беҙҙе лайыҡлы итеп тәрбиәләйем тип түккән көсөң, күңел йылылығың, тырышлығың, йоҡоһоҙ төндәрең өсөн баш эйәбеҙ алдыңда!Һин бит беҙҙең көндәребеҙҙе яҡтыртыусы ҡояш, төндәребеҙҙе нурландырыусы ай, яңы үрҙәргә дәртләндереүсе илһам, беҙҙе яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла фәрештә!
Ҡәҙерлебеҙ! Һине оло юбилейың менән ысын куңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә гел шулай алсаҡ йөҙлө, изге куңелле, матур булып ҡалыуыңды, туғандарыңа һәм яҡындарыңа ҡояштай йылы нурыңды таратыуыңды,балаларыңдың наҙына, һөйөүенә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ!Атыр таңдарың аяҙ, кистәрең айлы, килер көндәрең көләс, барыр юлдарың яҡты, эштәрең бәрәкәтле булһын.
Ауырлыктар бер ҙә кисермә һин,
Ҡыйынлыҡтар бер ҙә килмәһен,
Һинең йөҙөңдәге шатлыҡ нуры
Балҡып торһон, мәңге һүнмәһен!
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай, һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә,
Тормошобоҙ һинең менән матур, рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет-шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең!
Иң изге теләктәр менән улың Ильмар, киленең Олеся, ҡыҙың Азалия, кейәүең Раян, ейән-ейәнсәрҙәрең Илгизәр, Амелия, Ильяр, Аскар, Йәсминә.