Килер көнөң бәхет менән тулһын

Хөрмәтле ҡоҙабыҙ - Йәғфәр Ғимал улы СЫНБУЛАТОВты ҙур күркәм юбилейы - 70 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Килер көнөң бәхет менән тулһынКилер көнөң бәхет менән тулһын
Килер көнөң бәхет менән тулһын

Улар тормош иптәше Мөнирә Ғәйфулла ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бирҙеләр. Икеһе лә "Искра" колхозында эшләп, икеһе лә хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыҡтылар. Йәғфәр ҡоҙа хаҡлы ялға сыҡҡансы механизатор булып эшләне, ә Мөнирә ҡоҙаса колхозда бухгалтер булды. Өс балаһы ла лайыҡлы тәрбиә алып, бөгөнгө көндә ғаиләләр ҡороп, үҙ урындарын табып, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Өлкән улдары Рәсил Мәскәүҙә уҡып Стәрлетамаҡ Башҡорт дәүләт драма театрында эшләп йөрөй, икенсе улдары Рәфис Күмертауҙа КумаПП-ла эшләй, ҡыҙҙары Эльмира институт бөтөп Күмертауҙа завуч булып эшләп йөрөй.
Яҡшымбәт ауылының өлгөлө ғаиләһе, мөхәббәт һәм тоғролоҡ миҙалы менән бүләкленделәр.
Йәғфәр Ғимал улын күркәм байрамы менән ҡотлап һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ, эштәрең һәр ваҡыт уң булһын. Киләсәктә лә ҡоҙағыйыбыҙ менән парлы ғүмерҙә, балаларығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән бергә-бергә, тормош юлын тик бәхет-ҡыуаныстарҙа ғына үтергә яҙһын.
Ҡотло булһын оло юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар юлдаш булһындар.
Булған бөтә ҡайғы, борсолоуҙар,
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстың,
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Әхтәм, ҡоҙағыйың Рәүзилә һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас