Һәммәбеҙгә нурлы ай кеүек

Ҡәҙерле һылыуыбыҙ, апайым Әлфиә Ғәриф ҡыҙы ҮЛМӘҪБАЕВА ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Һәммәбеҙгә нурлы ай кеүекҺәммәбеҙгә нурлы ай кеүек
Һәммәбеҙгә нурлы ай кеүек

Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарында һөйөнөп, балаларыңды һөйөндөрөп, туғандарыңдың изгелеген күреп бәхетле, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың оҙон-оҙаҡ йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин, мәңге нур булып.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек,
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Зөһрә, Рәмзиә, Минзәлә һәм һылыуың Әнисә.

Автор:
Читайте нас