Сабыр холоҡло, киң күңелле яратҡан кешебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын теләйбеҙ. Күңелең һәр саҡ тыныс, таңдарың имен, барыр юлдарың асыҡ, эштәрең уң булһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй оло йөрәкле, киң күңелле, алсаҡ йөҙлө булып оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ һине бик яратабыҙ.
Ҡотло булһын, апай, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, бәхет менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Һау-сәләмәт уҙайыҡ бергәләшеп
Киләсәктә тормош юлдарын.
Иң изге теләктәр менән Рафиҡовтар, Тукумовтар, Әҙеһәмовтар, Рәжәповтар, Әйүповтар һәм уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.