Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡартәтейебеҙ Нурулла Ғөбәй улы НАФИҠОВты 70 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡаРәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа

Fүмер миҙгеленең матур байрамында яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, әтей.
Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Киләсәктә лә балаларыңдың, ейәндәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Изгелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, әтей, тормошта.
Әтей, тип әйтер кешебеҙ булғас,
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Йәшә, әтей, тормош юлдарында,
Әсәй менән икәү йәнәшә.
Беҙгә шулай изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлдәр, ҡыҙың Ләйлә, кейәүең Шәфҡәт, улың Эдуард, киленең Айгөл, ейәндәрең Илмир, Азамат һәм Ислам.

Автор:
Читайте нас