Һин йәмләйһең өй түрен

Донъялағы иң яҡын кешебеҙҙе әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ - Разия Ярулла ҡыҙы ДӘҮЛӘТШИНАны 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Һин йәмләйһең өй түренҺин йәмләйһең өй түрен
Һин йәмләйһең өй түрен
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә бөгөн ниҙәр әйтеп, нимә теләһәк тә аҙ булыр, һиңә булған һөйөүҙе, рәхмәттеребеҙҙе әйтеп бөтөрөрлөк түгел. 
Әлеге миҙгелдәй аҡ бәхеттәр теләйбеҙ, ғүмерҙең иң оҙонон, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтырһын, балҡытып торһон.  Ауырымай – һыҙланмай, тыуған йортобоҙҙоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, оҙон – оҙаҡ йәшә! Беҙ һин булғанға бәхетлебеҙ, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,

Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.

Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!

Ҡотлау менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙең. 
Автор:
Читайте нас