Һөйөнөстәр менән тулһын күңелең

Яңы Юл ауылында тыуып-үҫеп, хәҙерге көндә Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ Люциә Ғәйзулла ҡыҙы Хәсәнованы матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Һөйөнөстәр менән тулһын күңелеңҺөйөнөстәр менән тулһын күңелең
Һөйөнөстәр менән тулһын күңелең

Бынан теүәл 65 йыл элек тыныс ҡына таң ҡаршылаған Яңы Юл ауылы, ап-аҡ ҡарға төрөнгән Көйөргәҙе йылғаһы ла, йоҡоға талған туғай-яландар ҙа, бәҫкә төрөнгән ағастар ҙа донъяға матур бер ҡыҙ бала тыуғанына шаһит булғандар. 1959 йылдың 5 ғинуарында ауаз һалған был сабый беҙҙең буласаҡ әнәйебеҙ була ла инде.

Ҡәҙерлебеҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстарға сорналып үтһен. Тормош һынауҙарына бирешмәй, сабыр булып, һәр килгән көнгә, ҡарлы-буранлы саф ҡыштарға, ташҡын һыулы ярһыу яҙҙарға, гөл-сәскәле йылы йәйҙәргә,
мул уңышлы алтын көҙҙәргә һоҡланып, үткән ғүмерҙәргә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй йомарт, ҡунаҡсыл, яҡты сырайлы булып, сәләмәтлектә, бәрәкәттә йәшәргә яҙһын, Алла бирһә.

Тыуған көнөң шаулап үтһен,
Һөйөнөстәр менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ ғорурланабыҙ,
Һин йәмләйһең йөрәк түребеҙҙе,
Барыбыҙға һин терәкһең.
Улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас