Көйөргәҙе ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Илмир Әнүәр улы КИНЙӘҒОЛОВты - 50 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. 30 йылдан артыҡ “Искра” ауыл хужалығында һынатмай, тырышып эшләүсе, эшһөйәр кешебеҙҙе сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә парлы булып, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмерең буйҙарыңа һау-сәләмәт,
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле.
Юбилейың ҡотло булһын,
Йөҙҙәреңдә бәхет балҡыһын.
Изге, мәрхәмәтле йөрәгеңдә
Һис һүнмәһен ҡояш яҡтыһы.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлсәсәк, улдарың Илнур, Илфат, килендәрең Алида һәм Гөлфиә.