Беҙҙең "Хазина" төркөмөнең иң оло, абруйлы, ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас, киң күңеллелек менән дан тотҡан Ағинәй ул...
Үҙенең ғүмерен, хеҙмәт юлын халҡына, тыуған Республикаһына бағышлаған, ил әсәһенә, тыуған көнөндә ҡулдарының мәнфәғәтен күреүен, ижад шишмәһенең һайыҡмауын, тағын да яңы, яңы уйҙар менән йәшәргә насип итһен!
Ағинәйебеҙгә ныҡлы һаулыҡ,саф Башкорт курай моңондай оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, ҡыуаныстарға бай көндәр теләйбеҙ!
Йөрәгеңдең ихласлығы, йомартлығы, ҡулдарыңдың маһирлығы, оҫталығы; хеҙмәтеңдең матурлығы көс, дәрт, йәм бирә!
Донъя рәхәтлектәренә кинәнеп, татыулыҡта, бәрәкәттә, изгелектәр күреп, улың, киленең, ейәнсәрҙәрең, туғандарың, дуҫтарың менән, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын, Алла бирһә!
Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Сәскә бәйләмдәре ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Мәңге һүнмәҫ йылы торор ул.
Иң изге теләктәр менән Аҡһары ауылының "Хазина" төркөмө.