Иҫке Отрада ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рәйес Әбдрәхим улы ИШМӨХӘМӘТОВты 80 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡояштай оҙонон, мул тормошта беҙҙең менән бергә бәхетле ғүмер кисереүен, бөтә изге теләктәрҙең ғүмергә ашыуын теләйбеҙ. Беҙҙең һәм барлыҡ туғандарының оло хөрмәтен, яратыуын тойоп, рәхәтләнеп йәшәһен һәм үҙенең барлығы менән беҙҙе лә ғүмер буйы һөйөндөрһөн. Аллаһы Тәғәлә тәнеңә-сихәт, күңел тыныслығы, тормош именлеге бирһен үҙеңә. Донъяның барлыҡ рәхәтлектәрен тойоп, бәрәкәтле һәм матур тормошта йәшәргә яҙһын. Йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, көслө рухлы, кешелекле һәм кеселекле булып ҡал.
Хоҙай һине сәләмәтлектән айырмаһын,
Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн,
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк!
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән балалары, ейән-ейәнсәре.