Һин - өлгө, үрнәк, терәк

Рәфис РАМАҘАНОВты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Һин - өлгө, үрнәк, терәкҺин - өлгө, үрнәк, терәк
Һин - өлгө, үрнәк, терәк

Абдул ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, тормош иптәшем, хәстәрлекле әтейебеҙ, яратҡан олатайыбыҙ Рәфис Минеғәзиз улы РАМАҘАНОВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәгән, тырыш изге йөрәкле кеше ул. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы иң изге яҡын теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел тыныслығы, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп, уңыштарына шатланып бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн өлгө, үрнәк, терәк. Беҙ һине яратабыҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ
Сәләмәтлек теләп иң элек,
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға,
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Миннур, балаларың Зөһрә, Салауат, Эльвира, кейәүҙәрең Илдар, Айҙар, киленең Айгөл һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас