Күмертау ҡалаһы
Көйөргәҙе районы Ҡарай ауылында тыуып үҫкән, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, тормош иптәшем, әтейебеҙ Фәнзил Абдулла улы Усмановты 45 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең ғаилә башлығы, йомарт, сабыр холоҡло тормош иптәше, бәһлеүәндәй өс улға хәстәрлекле һәм иғтибарлы атай, таяныс, терәк, яҡлаусы һәм һаҡлаусы! Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн һиңә рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Тыуасаҡ көндәрең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Һиңә Хоҙай ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы насип итһен. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-яҡты яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта ғаиләң, балаларың менән йәшәргә яҙһын, йөҙөңдән һис ҡасан шат йылмайыуың китмәһен, ҡәҙерлебеҙ. Беҙ һине сикһеҙ яратабыҙ!!!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, һиңә, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөлфирә һәм өс улың: Рәмзил, Рәсим, Илнур.