Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ Рәмил Нәжип улы ХӘМИТОВты матур ғүмер байрамы – 35 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бәхетле бул! Һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр тап, яныңда яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың булһын.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ләйсән, улдарың Рөстәм, Румиль, Нурислам.