Ҡәҙерле кешеләребеҙҙе ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Һеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Ҡәзерлеләребеҙ Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын, һеҙҙе хөрмәт итеүсе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, тоғро дуҫтарығыҙ булhын. Уйҙарығыҙ яҡты, тыуыр таңдарығыҙ һәр саҡ аяҙ, күңелегеҙ тыныс булһын.
Тормош юлығыҙ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелегеҙ.
Оҙон ғүмер, бәхет, шатлыҡ менән,
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерегеҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгеҙҙе шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлсәсәк, ҡыҙҙарың Гөлназ, Алһыу, Гүзәл, Гөлиә, кейәүҙәрең Костя, Азат һәм Мира ейәнсәребеҙ.