Бәхет ҡошо шатлыҡ юрап һайраһын

Нурзиә ҒӘЛИЕВАны ҡотлайбыҙ!

Бәхет ҡошо шатлыҡ юрап һайраһынБәхет ҡошо шатлыҡ юрап һайраһын
Бәхет ҡошо шатлыҡ юрап һайраһын

Иҫке Мораптал ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡоҙағыйыбыҙ Нурзиә Әхмәҙи ҡыҙы ҒӘЛИЕВАны 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йә ҡыҙшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Киләсәктә лә шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен! Балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, хөрмәтен тойоп, уларға терәк-таяныс булып, тағы ла оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә Хоҙай!
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Лилиә, улдарың Ринат, Рәфис, кейәүең Урал, киленең Гөлзиә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең менән бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас