Балама

Минең донъялағы иң ҡәҙерле, бер генә бөртөк йөрәк емешем, улым Рим Риф улы СӘЛИХОВ күркәм юбилейын – 55 йәшен билдәләй, Әлһәмдүлилләһ.

БаламаБалама
Балама

Балама Аллаһы Тәғәлә бәрәкәтле ғүмер, тән һаулығы, иман байлығы насип итһен. Киленем Гөлнара менән тигеҙ ғүмер, тиң мөхәббәт, ике сәскә кеүек ҡыҙҙарының изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ шатлыҡта, муллыҡта, бәлә ҡазаһыҙ, сәстәре салланғанса йәшәргә яҙһын.
Башҡара торған эштәре һәр саҡ уңышлы, тапҡандары бәрәкәтле, нигеҙҙәре ҡотло, үҙҙәренә насип булһын. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә Аллаһ Тәғәлә иманын юлдаш итһен. Амин.
Балама
Килсе, балам, ултыр яндарыма,
Башҡынаңды һалсы усыма...
Маңлай сәстәреңдән һыйпап
Фатиха бирәм юлыңа.
Күкрәгемә ҡыҫып, салланған башыңды
Маңлай һырҙарыңды яҙайым.
Бик тиҙ генә ғүмер үткән икән,
Ҡасан үҫкән икән сабыйым?!
Күкрәк һөтөм һиңә аҡ юл булһын,
Һаулыҡ, ғүмер бирһен Хоҙайым.
Бәхет ҡапҡаларың асыҡ булһын,
Гел уңыштар бир, тип һорайым.
Ғаилә бәхетенән айырмаһын,
Балаларың иҫән-һау булһын.
Ғаилә усағығыҙ һүрелмәһен,
Аяҙ күктә атһын таңығыҙ.
Минең көҙөм күптән етте инде,
Ҡартлыҡ бурандары ҡуйыра.
Мин юғалып китһәм, моңһоуланма,
Һөйгәнең бар башың ҡуйырға.

Иң изге теләктәр менән әсәйең Гөлсөм Сәлихова.

Автор:
Читайте нас