республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - Рәмзиә Минеғәли ҡыҙы Әбйәлилованың ғүмер байрамы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының культура ағартыу йортон тамамлағандан һуң, Рәмзиә Минеғәли ҡыҙы Көйөргәҙе егете Рәүеф Әбйәлиловҡа кейәүгә сығып, Яҡут ауылында төпләнеп, донъя көтә башлайҙар. Бер-бер артлы улдары тыуа, йәштәр матур йорт һалып кереп, тирә-яғын гөл-сәскәгә күмеп йәшәй. Итәғәтле, изгелекле, мәрхәмәтле, тыуған йәнле парҙар балаларын да шулай итеп тәрбиәләй. Хәҙер инде улдары үҙҙәре ғаиләле булып, үҙ аллы донъя көтә. Бөгөнгө көндә Рәмзиә Минеғәли ҡыҙы, Рәүеф Риф улы бик бәхетле өләсәй һәм олатай.
Рәмзиә Минеғәли ҡыҙы тормошон матурлыҡҡа, гүзәллеккә бағышлай. Тормош Иптәше менән Яҡут мәҙәниәт йортонда эшләй. Ағинәйҙәр, йәш-елкенсәктәр, уҡыусылар, хатта балалар баҡсаһы балаларына тиклем, арттарынан ҡалмай, ҡурайға, йырға, ҡумыҙға, бейеүгә өйрәнә. Туҡһанынсы йылдарҙа, ауыл моңға һыуһап, сарсай башлаған ваҡытта, Рәмзиә еңгә менән Рәүф абзый ауылға моң бөрктө, мәҙәниәтте яратырға өйрәтте. Бөгөнгө көндә Яҡутта бейей белмәгән, йыр яратмаған бер кеше юҡ, ҡурайҙа уйнамаған егет юҡ, тиһәм барыһы ла килешерҙәр. Район, Республика кимәлендә үткәрелгән барлыҡ ярыштарҙа, конкурстарҙа юғары күрһәткестәр менән һәр ваҡыт еңеү яулай улар. Бихисап Почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары, юғары званиелары быға шаһит.
Афарин, Рәмзиә Минеғәли ҡыҙы!
Хөрмәтле, Рәмзиә Минеғәли ҡыҙы! Һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә, һеҙҙең яҡындарығыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, мөхәббәтле, парлы, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Рәүеф Риф улы менән күҙгә-күҙ ҡарап, ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәшеп, һөйөп-һөйөнөп тормош юлын үтегеҙ!
Балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп, тик шатлыҡ-ҡыуаныстарын ғына ишетеп йәшәргә хоҙай насип итһен! Ижад шишмәгеҙҙең ҡоромай, урғылып ағыуын теләйбеҙ! Тағы ла юғары үрҙәр яулап, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Яҡуттар һеҙҙе ярата, хөрмәт итә!