Миләүшә апайыбыҙ олоһона ла кесеһенә лә иғтибарын берҙәй бүлә белгән, һәр беребеҙҙең хәленә керә белеүсе, һәр ҡайһыбыҙҙы бәләкәй саҡтан үҙ ҡанаты аҫтына алыусы, туғандары,дуҫ иштәре, күршеләре, элекке хеҙмәттәштәре, менән һәр саҡ йылы мөнәсәбәттә булыусы, оло ихтирамға лайыҡ кеше ул. Ғүмеренең ҙур өлөшөн балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгәнгә элекке тәрбиәләнеүселәре Миләүшә апайыбыҙҙы әле лә танып, сәләмләп үтә һаман. Ике балаһын лайыҡлы үҫтереп, тормош юлына сығарып, яҙмыш ҡуйған кәртәләргә, тормоштоң әсе елдәренә, ауыр юғалтыуҙарға бирешмәй сабыр ҙа, ғорур ҙа булып ҡала белә беҙҙең яҡыныбыҙ. Миләүшә апайыбыҙҙы матур ғүмер байрамы- оло юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙә һаҡланған иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, күтәренке кәйеф, көтөлмәгән шатлыҡтар теләйбеҙ, һәр атҡан таң һинең ҡорған матур донъяңа бәрәкәт килтерһен, ғүмереңдең һәр миҙгеле бәхеткә, уңышҡа сорналып уҙһын! Әлегеләй матур, зауыҡлы ҡатын булып, йылмайып көлөп, балҡып йәшә, апай! Һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, рәхмәтлебеҙ!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙҙәреңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың.