Һинән башҡа бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!

Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Үрге Баба ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ, хәстәрлекле өләсәйем Рәхилә Рафиҡ ҡыҙы ҠОТЛОМБӘТОВАны 70 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайым.

Һинән башҡа бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!Һинән башҡа бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Һинән башҡа бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!

Уңған, сабыр йөрәкле, тырыш өләсәйемә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон бәхетле ғүмер кисереүен теләйем. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Бәләкәстән мине ҡарап үҫтергәнең, йәшәү нуры биргәнең өсөн Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, өләсәйем. Киләсәктә лә күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, миңә тормош сығанағы булып йәшәргә насип булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың исеменән ейәнсәрең Альбина.

Автор:
Читайте нас