Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған һөйөклө ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Айгөл Нәғим ҡыҙы БИКМАЕВА үҙенең 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!
Ғүмер байрамың менән ихлас ҡотлап беҙ һиңә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе етекерәбеҙ. Һиңә оҙон ғүмер, тән сихәте, ныҡлы һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһы һүнмәйсә беҙгә йәшәйеш сығанағы булып тороуоңды теләйбеҙ. Алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеп, барлыҡ теләктәреңде тормошҡа ашырып, йәшәү дәртеңде һүндермәй, тормош юлынан ғорур атла! Яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, шатлыҡтарына һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын, әсәй! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын! Беҙ һине яратабыҙ!
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң-изге теләктәр менән тормош иптәшең Радик, ҡыҙҙарың Азалия, Розалина, Айгизә, кейәүҙәрең Илһам, Вадим, ейәнсәрҙәрең Әмилә, Элина, Мира, ейәнең Заһир.