Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә

Илшат САРБАЕВты ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшәҠайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Илшат Мөдәрис улы САРБАЕВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Алдағы тормошоңда аҡ бәхеттәр, һөйөнөстәргә бай яҡты көндәр, донъя рәхәтлектәренә кинәнеп, бәрәкәтле, имен тормошта йәшәргә яҙһын. Һәр ваҡыт ҡояш кеүек балҡып, оҙон ғүмерле булыуыңды теләйбеҙ.
Атай булған өйҙөң нигеҙе ныҡ,
Табыны ла һәр саҡ түңәрәк.
Пар ҡанаттар һыйпап үҫтергән
Күңелдәрҙә оса күбәләк.
Атла, атай, тормош юлдарынан
Әсәй менән икәү йәнәшә.
Беҙгә шулай изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, кейәүҙәрең, киленең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас