Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ – Рөстәм Минийән улы улы ВАХИТОВты 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тырышып донъя көтә, беҙгә, балаларына, ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, барыбыҙҙы ла йыйып, берләштереп йәшәй.
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, әсәйебеҙ менән бергә, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ парлы тормошта йәшәргә насип булһын, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген тойоп, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшә! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Изгелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, атай, тормошта.
Атай, тип әйтер кешебеҙ булғас,
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Йәшә, атай, тормош юлдарында,
Әсәй менән икәү йәнәшә.
Беҙгә шулай изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғәлиә, улың Зөфәр, ҡыҙҙарың Лилиә, Гөлнәзирә, киленең Лариса, кейәүең Тимур һәм ейәнсәрҙәрең Сулпан, Айшан менән ейәндәрең Искәндәр, Илдархан.

Автор:
Читайте нас