Бәхет нурҙарына йәшә ҡойоноп

Ҡәҙерле әнәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе Клара Бакир ҡыҙы ЮЛАЕВАны 80 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бәхет нурҙарына йәшә ҡойонопБәхет нурҙарына йәшә ҡойоноп
Бәхет нурҙарына йәшә ҡойоноп
Әнәйебеҙ Яҡуп ауылында тыуып, ауыр эшкә сынығып үҫә. Әтейебеҙ Шәүкәт Ғәлимйән улы менән Тимербай ауылында донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Яҙмышы еңелдәрҙән булмай әнәйебеҙҙең, шуға ҡарамаҫтан бер ҡасан да бирешмәй, тырыш сабыр йөрәкле булып ҡалды. Һөйөклөбөҙ, киләсәктә лә тормошоңдан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп йәшә! Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап йелдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәләрең исемегән ҡыҙҙарың Гөлсөм һәм Гөлнара, кейәүең Сабир.
Автор:
Читайте нас