Беҙ бәхетле һин иҫән-һау ғына булғанда

Ҡәҙерле атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Нуриман Барый улы ҠОЛМӨХӘМӘТОВты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Беҙ бәхетле һин иҫән-һау ғына булғандаБеҙ бәхетле һин иҫән-һау ғына булғанда
Беҙ бәхетле һин иҫән-һау ғына булғанда

Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәгән, тырыш, изге йөрәкле атай ҙа, хәстәрлекле олатай ҙа, тырыш фермер ҙа һәм уңған умартасы ла. Бар ергә лә өлгөргән ҡәҙерлебеҙгә киләсәк көндәренең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағының шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәүен теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ
Һин иҫән-һау ғына булғанда.
Иң изге теләктәр менән улың Денис, киленең Зөлфиә, ейәнсәрең Юлиә һәм ейәнең Данис.

Автор:
Читайте нас