Күңелең булһын тыныс

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Асия Булат ҡыҙы ХӘЛИЛОВАны күркәм юбилейы менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Күңелең булһын тынысКүңелең булһын тыныс
Күңелең булһын тыныс

Һөйөклөбөҙ, күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Киләсәктә лә яҡындарыңдың изгелеген күреп, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, әтейебеҙ менән бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин – бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улдарың, килендәрең, ейәнсәрҙәрең, бүләң менән бүләсәрең.

Автор:
Читайте нас