Ғүмер байрамың көнөндә бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, эштәреңдең һәр ваҡыт уң булыуын теләйбеҙ. Киләсәк иртәләреңде бәхеттә, яҡындарың ҡыуанысында, матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән ҡаршыларға яҙһын. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен. Яҡындарыңдың изгелеген күреп, шатлыҡ ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле киләсәктә, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән абзыйың Сөләймән, һылыуың Дилара, кейәүең Әнүрбик һәм уларҙың балалары.