Все новости

Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Кинйә ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта донъя ҡороп Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ғаилә дуҫыбыҙ Нуриман Ғайса улы САБАНЧИНды ғүмеренең күркәм байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп

Беҙҙең ғаилә дуҫыбыҙ уңған, тыңғыһыҙ, сабыр холоҡло тормош иптәше, Йәмилә менән ике балаға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙҙары Лилиә Стәрлетамаҡ институтын тамамлап, Ермолаевоның 2-се һанлы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп йөрөй. Улдары Фәрит Себер тарафтарында автоэлектрик, үҙ ғаиләһе менән ата-әсәһен ҡыуандырып, матур итеп йәшәйҙәр.
Дуҫыбыҙ өлгөлө ғаилә башлығы, ышаныслы тормош иптәше, ейәне Рамаҙанға яратҡан олатай, балаларына хәстәрлекле, ярҙамсыл атай. Юбилейың көнөндә һиңә иң-иң яҡшы теләктәр генә теләйбеҙ: ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сағыу тормош һуҡмағында атлағанда тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек, киң күңеллек, мөхәббәт һинең менән йәнәш атлаһын.
Иртәләрең – ҡояшлы, ҡояшлы көндәрең аяҙ, кистәрең айлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын.
Нуриман гел шулай яҡшы, кешелекле, беҙ һине хөрмәт итәбеҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ, ихлас булып ҡал. Ҙур юбилейың менән!
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме донъя яҡшылығы
Юлдаш булһын һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән Ялсыҡай ауылында йәшәүсе ғаилә дуҫтарығыҙ Әхтәм, Рәүзилә һәм Минегөл.

Автор:
Читайте нас: