Все новости

Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған яратҡан тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Нуриман Ғайса улы САБАНЧИНды 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа

Fүмер миҙгеленең матур байрамында яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, әсәйебеҙ менән бергә беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә.
Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Киләсәктә лә балаларыңдың, яҡындарыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Изгелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, атай, тормошта.
Атай, тип әйтер кешебеҙ булғас,
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Йәшә, атай, тормош юлдарында,
Әсәй менән икәү йәнәшә.
Беҙгә шулай изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Йәмилә, ҡыҙың Лилиә, улың Фәрит һәм ейән-ейәнсәрең.

Автор:
Читайте нас: