Тыуған ауылыбыҙға тоғро хеҙмәт иттегеҙ, ауылыбыҙ тормошондағы хәл- ваҡиғаларға битараф ҡалмай, әүҙем тормош менән йәшәнегеҙ түҙемлелегеҙ һәм киләсәккә ышанысығыҙҙы юғалтманығыҙ. Һеҙ Хоҙай насип иткән ғүмерҙе мәғәнәле һәм матур итеп йәшәй белгәнһегеҙ.
Һеҙгә балаларығыҙ ғына түгел, тирә- йүндәгеләр ҙә һоҡланып ҡарай, хөрмәт итәләр.
Оҙон һәм фәһемле тормош юлығыҙ, тоғро һәм намыҫлы хеҙмәт итеүегеҙ, эшкә һәр ваҡыт яуаплы ҡарашығыҙ һәм ауылдаштарығыҙ менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуығыҙ һоҡланыуға лайыҡ!
Клара Әмир ҡыҙы! Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы һәм бәхетле тормош теләйбеҙ. Һәр ваҡыт щулай изгелекле, алсаҡ, киң күңелле булып ҡалығыҙ, йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, атыр таңдарығыҙ аяҙ, килер көндәрегеҙ тыныс булһын!
Яҡшымбәт ауылы биләмәһе ҡоролтайы.