Все новости

Ғүмерле булһын бәхеттәр

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, туғаныбыҙ Гөлшат Шәрәфей ҡыҙы ХӘСӘНОВА үҙенең 70 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Ғүмерле булһын бәхеттәр
Ғүмерле булһын бәхеттәр

Ошо матур сара уңайынан беҙ уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һөйөклөбөҙ, һәр ваҡыт яҡшы күңелле, сабыр, кешелекле, оло йәнле, яғымлы. Алдағы тормошоң ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, сәләмәт бул, матур ғүмер ит, балаларыңдың, ейәндәреңдең игелеген күреп, һәр вакыт шулай изге, сабыр, шат, күңелле булып оҙаҡ йәшә.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә ҡәҙерлеләребеҙ Гөлшат менән Фәхретдин Хәсәновтарҙың бергә иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тула. Өлгөлө ғаилә бер ул hәм ҡыҙ үҫтереп, әлеге ваҡытта ейәндәрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр. Уңған, тырыш ҡәҙерлеләребеҙҙең ҡулынан килмәгән бер ҙә генә эш тә юҡтыр. Яҡындарына ҙур терәк hәм кәңәшсе, туғандары өсөн йән атып тора улар. Киләсәктә лә бәхетле, оҙон, имен ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә.
Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ!
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек- ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Ғүмерҙәр ҙә оҙон булһын, тибеҙ,
Бәхеттәр ҙә булһын ғүмерле.
Белеп йәшәгеҙ - беҙҙең өсөн
Һеҙ иң ғәзиз һәм иң ҡәҙерле!
Һине яратып, хөрмәт итеп тормош иптәшең Фәхретдин, улың Фәнис ҡыҙың Гүзәл, кейәүең Фәрит hәм ейәндәрең Эльнар менән Эльмир һәм Кәлимуллиндар, Аҡсулпановтар, Әбдрәшитовтар, Әсфәндийәровтар ғаиләләре, ҡоҙағыйығыҙ Зөбәржәт.

 
Автор:
Читайте нас: