Все новости

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ

Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең - Фирҙәүес һәм Закир Кинйәбаевтарҙың 40 йыл бергә ғүмер итеүҙәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ
Артабанғы тормош юлығыҙҙа ла, әлегеләй матур, татыу булып, мул тормошта, ҡулға-ҡул тотоноп барырға, балаларығыҙҙың игелеген күреп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәргә яҙһын һеҙгә.

Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,
Атай – әсәй, һәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар һайын ҡайтған пар аҡҡоштар,

Осһон әле һеҙҙән көнләшеп!Ҡотлау менән ҡыҙҙары Ғәлиә, Зәлиә, Гөлфинә,улдары Фидаил,килене Ирина, кейәүҙәре Рим, Рәфис, ейәндәре Ислам, Асҡар, Рәхим, Наил, Асман, ейәнсәрҙәре Әҙилә, Айзилә, Рәфилә, Айсинә.
Автор:
Читайте нас: