Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле кешебеҙ һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, именлек теләйбеҙ. Бер ҡасан да тик тормаған, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ҡәҙерлебеҙгә киләсәктә лә иҫәнлектә-һаулыҡта, яҡындарыңдың, балаларыңдың бәхет-ҡыуанысын, изгелектәрен күреп, уларға терәк-таяныс булып, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай ихлас, тырыш булып ҡал. Иртәләрең ҡояшлы, килер көндәрең - көләс, уйҙарың - яҡты, күңелең тыныс булһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Зөбәржәт, апайҙарың Минегөл, Рузилә, Нурзиә, Люциә, еҙнәләрең Фирҙәт, Марат һәм уларҙың балалары.