Все новости

Урап үтһен һәр саҡ ҡайғы-хәсрәт

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ яратҡан олатайыбыҙ - Флюз Фәррәхетдин улы ХӨСӘЙЕНОВты - 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Урап үтһен һәр саҡ ҡайғы-хәсрәт
Урап үтһен һәр саҡ ҡайғы-хәсрәт

Яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡта ғүмер итеп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Иртәләрең - ҡояшлы, көндәрең - аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың - яҡты, күңелең тыныс булһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлсиә, улың Айгиз, киленең Зөлфирә, ҡыҙың Фәнилә, кейәүең Илдар, ҡыҙҙарың Зарина, Әлфинә һәм дә ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: