Все новости

Бәхетле бул, балаҡайым!

Ралина БАШИРОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бәхетле бул, балаҡайым!
Бәхетле бул, балаҡайым!
Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө ҡыҙыбыҙ, туғаным, апайыбыҙ – Ралина Айҙар ҡыҙы БАШИРОВАны йәшлегенең күркәм байрамы – 16 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡыҙым, бөгөн һинең йәшлегеңдең иң матур байрамы. Ошо күркәм көн уңайынан һине ихлас күңелдән ҡотлап донъяла булған барлыҡ изге теләҡтәребеҙҙе юллайбыҙ! Аллаһы Тәғәлә һине сәләмәтлектән, күңел күтәренкелегенән айырмаһын. Яҙмыш һиңә мәрхәмәтле булһын. Алла Бирһә артабан уҡыуҙарыңда, тормошоңда тик уңыштар юлдаш булһын! Барлыҡ хыялдарыңды тормошҡа ашырып тормош һуҡмағынан ғорур атла, ә беҙ, һинең яҡындарың гел яныңда булып, һине һәр яҡлап ҡеүәтләп, ярҙам итеп торорбоҙ!
Әле генә һине, балам,
Ҡулдарыма алған инем,
Аҡ бәхеттәр юрай-юрай
Аҡ биләүгә һалған инем.
Ҡасан ғына яңғыҙ аҙым
Атларға ла ҡурҡа инең,
Ике ҡуллап сытырлатып
Ҡулдарымдан тота инең…
Ҡасан ғына… Әле бына
Йәшлек дәрте күҙҙәреңдә,
Хыялдарың – күңелеңдә,
Ҡанаттарың – иңдәреңдә.
Арымаһын-талмаһындар
Хыялыңдың ҡанаттары,
Бәхетле бул, балаҡайым!
Мин теләйем һиңә тағы:
Сәләмәт бул, иптәшле бул!
Мөхәббәтле, бәхетле бул!
Оло матур тормошоңа,
Балаҡайым, хәйерле юл!
Ҡотлау менән атайың Айҙар, әсәйең Рәмилә, ағайың Айназ, туғандарың Айсар, Айбулат, Рамаҙан һәм Рамина.
Автор:
Читайте нас: