Все новости

Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле булып ҡал

Азат АҘНАБАЕВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле булып ҡал
Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле булып ҡал

Яҡут ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Азат Айрат улы АҘНАБАЕВты тыуған көнө - 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Атай, юбилейың ҡотло булһын! Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп, алға тәгәрәһен. Атыр таңдарың аяҙ, күңелең тыныс булhын, тормош һынауҙарына бирешмәй, йәшәүҙән йәм табып, бәхет шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә насип булһын!
Ҡәҙерлебеҙ оло йөрәгең, сабырлығың, аҡыллы кәңәштәрең өсөн ҙур рәхмәт һиңә! Тормошобоҙҙоң йәме, әсәйебеҙҙең ышаныслы терәге, беҙҙең өсөн бәхет сығанағы һин! Һинең намыҫлы хеҙмәт менән үткән ғүмерең оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл, оло йөрәкле булып ҡал.
Ҡотло булhын, атай, юбилейың,
Тыуған көнөң - ғүмер байрамың.
Ҡабул ит һин беҙҙән ҙур бүләкте,
Изге теләктәрҙең бәйләмен!
Иң изге теләктәр менан тормош иптәшең Венера, улың Таhир, киленең Рәсимә, ҡыҙҙарың Оксана, Юлиә, кейәүҙәрең Илнур, Марсель, ейәнсәрҙәрең Әдилә, Айгүзәл, Айгиз, Аскар, Аслан, Ильяс, Әминә, Азалия һәм Кәмилә.

Автор:
Читайте нас: