Все новости

Ниҙәр теләһәк тә аҙ

Беҙҙең районыбыҙҙың “Йәнтөйәк” башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ етәксеһе, хөрмәтле Айзилә Альберт ҡыҙы ЮЛУЕВАны күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ниҙәр теләһәк тә аҙ
Ниҙәр теләһәк тә аҙ

Уға бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡтар, эшендә уңыштар, ҡоростай сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Тормош иптәше менән тигеҙлектә, татыулыҡта, балаларының шатлыҡтарын күреп, бәхеткә төрөнөп йәшәүен телайбеҙ. Айзилә Альберт ҡыҙы мөләйем ҡатын, яғымлы әсәй һәм талапсан, тырыш етәксе лә. Ул етәкләгән "Йәнтөйәк" ансамбле әүҙем эшләп килә, бер байрам саралары уларһыҙ үтмәй. Артабанда шул дәртең һүнмәһен, гел-гел уңыштар йылмайһын!
Ер йөҙөнең бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе,
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине юбилейың менән
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” ансамбле коллективы. 

Автор:
Читайте нас: