Все новости

Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхеттәрҙең мәңгелеген

Бар донъя ап-аҡ сафлыҡҡа төрөнгән миҙгелдә беҙҙең туғаныбыҙ Мөнирә Мәһәҙи ҡыҙы РАФИҠОВА үҙенең 65 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхеттәрҙең мәңгелеген
Беҙ теләйбеҙ һиңә бәхеттәрҙең мәңгелеген

Ҡәҙерлебеҙгә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ул изге күңелле, ярҙамсыл, бал ҡортондай уңған, ҡунаҡсыл хужабикә, ғаиләһе, туғандары тип, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тороусы өләсәй. Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта пар ҡанатың менән йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм, ирең, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа туғандар менән татыулыҡта йәшәргә яҙһын.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Фәйрүзә, Ғәмбәр, мырҙаң Радик, киленең Фирүзә, һеңлең Гөлсинә, кейәүең Фәнис, һеңлең Эльвира, кейәүең Альберт һәм дә уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: