Все новости

Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ – Надир Миниәхмәт улы ХӘЙБУЛЛИНды ихлас күңелдән тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамыңда иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө әнейебеҙ, балаларың, туғандарың, дуҫтарың менән оҙаҡ йылдар һөйөнөп, аҡ бәхеткә төрөнөп йәшәргә яҙһын! Һиңә ҡоростай ныклы һаулыҡ, оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ!
Һин булғанға беҙ бәхетлебеҙ!!!

Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ яҡындарың исеменән ҡыҙың Гөлназ.

Автор:
Читайте нас: