Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
13 Февраль 2024, 06:46

Ярар һин бар, әхирәт!

Ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө әхирәтебеҙ Минзәлә Заһит ҡыҙы БИҒӘНӘКОВАны күркәм байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ярар һин бар, әхирәт!Ярар һин бар, әхирәт!
Ярар һин бар, әхирәт!

Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйбеҙ! Барыһы ла һәйбәт булһын - тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә һине ҡанатландырған изге теләктәрең тормошҡа ашһын, алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа ирешергә яҙһын! Киләсәктә лә бәхеткә төрөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға һөйөнөп, дуҫтарыңдың, коллегаларыңдың ихтирамын тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙон бәхетле ғүмер кисеререүеңде теләйбеҙ. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә Хоҙай Тәғәлә насип итһен!
Серем батҡан, мин гел аңлау тапҡан
Әхирәттәр, әлдә барһығыҙ!
Йәнем өшөгәндә - йылы усаҡ,
Янғанымда аҡ-саф ҡарһығыҙ.
Дауылдарҙа - ел-бурандан ҡасыр,
Ҡыуаныста - шатлыҡ уртаҡлашыр,
Йәлләмәгән күңел йондоҙҙарын
Яҡындарҙан-яҡын ҡыҙҙарым!
Хоҙайымдың һөйөклөһө булып
Йәшәһәгеҙ ине гел ерҙә!
Һаулыҡ һәм тыныслыҡ! Ҡалғанына
Көстәр етер, булһаҡ беҙ бергә!
Иң изге теләктәр менән әхирәттәрең.

Автор:
Читайте нас