Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Февраль 2024, 11:38

Булһаң ине сикһеҙ бәхетле

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, апайыбыҙ, һылыуыбыҙ, әсәйебеҙ, мөләйем тормош иптәшем Сағирә Ғәтиәт ҡыҙы ЮЛҠУТЛИНАны 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Булһаң ине сикһеҙ бәхетлеБулһаң ине сикһеҙ бәхетле
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле

Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәҫ, тырыш, изге йөрәкле кеше ул. Уға ошо байрамы айҡанлы иң изге яҡын теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Киләсәктә лә парлы булып, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмерең буйына һау-сәләмәт
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле.
Иң изге теләктәр менән туғандарың, тормош иптәшең, балаларың.

Автор:
Читайте нас