Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
19 Февраль 2024, 05:10

Оло бүләк итеп һине яралтты

Ҡәҙерлебеҙ – Гүзәл Асҡар ҡыҙы ИСХАҠОВА ошо көндәрҙә матур ғүмер байрамын – 30 йәшен билдәләй! 

Оло бүләк итеп һине яралттыОло бүләк итеп һине яралтты
Оло бүләк итеп һине яралтты

Ҡәҙерлебеҙ, һине йәшлегеңдең күркәм байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙә булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Фәдис кейәүебеҙ һәм балаларың менән бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп, һәр ваҡыт йылмайып, ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп, маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырып, тырышып йәшәгеҙ!
Ҡыҙлы кеше бәхетле тиҙәр,
Ҡыҙыбыҙ менән беҙ ҙә ҡанатлы.
Беҙҙең өсөн оло бүләк итеп,
Хоҙай үҙе һине яралтты.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәбеҙ,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр.
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр,
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.
Иң изге теләктәр менән атайың Асҡар, апайың Гүзәлиә, олатай, өләсәйең һәм барлыҡ яҡын туғандарың.

Автор:
Читайте нас