Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
23 Февраль 2024, 03:58

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, туғаныбыҙ, ҡоҙайғыйыбыҙ Зөбәржәт Йосопша ҡыҙы ӘБДРӘХИМОВАны тыуған көнө менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!

Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың, туғандарыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Яҡындарыңдың изгелеген күреп, донъя рәхәттәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта ғүмер ит. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ оло йәнле, бик ярҙамсыл һәм кешелекле, көслө рухлы, аҡыллы кеше. Киләсәктә лә туғандарың, балаларыңдың ихтирам-иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хәрмәттә йәшә! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға һоҡланып, әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен!
Тормош юлың балҡып торһон!
Яғымлы, шат булһын күңелең!
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек – ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән балаларың, туғандарың, ҡоҙағыйҙарың.

Автор:
Читайте нас