Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Рамаҙан Рәшит улы ҒАЙСАРОВты – 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ һиңә теләктәрҙең ихластарын, иң матурҙарын еткерәбеҙ. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел тыныслығы, яҡындарыңа терәк таяныс булып, балаларңдың уңыштарына шатланып, изгелектәрен күреп, бәхетле тормошта, оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Көндәрең шатлыҡта, тыныслыҡта үтһен.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән,
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге ҡотлау теләктәре менән тормош иптәшең, улың һәм Акчулпановтар,
Әбдрәшитовтар, Хәсәновтар, Абдрахимовтар, Әбсәләмовтар, Әсфәнидийәровтар, Кәлимуллиндар ғаиләләре.