Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
27 Февраль 2024, 04:30

Аҡ бәхеттәр менән таңың атһын

Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Аҡһары ауылында йәшәүсе хөрмәтле “Хазина” төркөмөнөң йырсыһы, Нурия Яҡуп ҡыҙы СОБХАНҒОЛОВАны 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Аҡ бәхеттәр менән таңың атһынАҡ бәхеттәр менән таңың атһын
Аҡ бәхеттәр менән таңың атһын

Нурия апай Сибай медицина училищеһын тамамлап, оҙаҡ йылдар Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Тормо иптәше Мәргән авзый менән ике ҡыҙ балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул Аҡһары ауылында фельдшер булып эшләне.
Хөрмәтле Нурия Яҡуп ҡыҙын яратып, 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ!
Ғаилә тигеҙлеге, йән тыныслығы, яҡты, күтәренке кәйеф юлдаш булһын. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле, ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, яҡындарыңдың, дуҫтарыңдың изгелеген күреп, мул тормошта йәшәүеңде Хоҙай насип итһен.
Аҡ бәхеттәр менән таңың атһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Теләктәрҙең изге, ҡайнарҙарын
Теләйбеҙ беҙ тыуған көнөңдә.
Иң изге теләктәр менән Аҡһары ауылының "Хазина" төркөмө

Автор:
Читайте нас