Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
27 Февраль 2024, 05:00

Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен

Нурия СОБХАНҒОЛОВАға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. 

Һин йәмләйһең, әсәй, өй түренҺин йәмләйһең, әсәй, өй түрен
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен

Аҡһары ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Нурия Яҡуп ҡыҙы СОБХАНҒОЛОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй! Оҙон ғүмер, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һире яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас