Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
27 Февраль 2024, 03:57

Иртәгәләрең ҡояшлы, күңелең тыныс булһын

Бөгөн Йәмилов Рауил Сәғит улы 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Иртәгәләрең ҡояшлы, күңелең тыныс булһынИртәгәләрең ҡояшлы, күңелең тыныс булһын
Иртәгәләрең ҡояшлы, күңелең тыныс булһын

Яманһары ауылы.
Бар донья сафлыҡҡа төрөнөп,ҡыш миҙгеле тантана иткән мәлдә,ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ - Йәмилов Рауил Сәғит улы 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан яҡыныбыҙҙы юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Юбилейың ҡотло булһын, атай! Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ - ҡыуаныстарға ғына төрөнөп, алға тәгәрәһен. Иртәгәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең айлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын. Беҙҙең ҙур терәгебеҙ, оло таянысыбыҙ һин. Хәстәрлегең, изгелегең өсөн рәхмәтлебеҙ! Артабан да, әнәйебеҙ менән, тыуған йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, матур ғаилә булып, беҙҙең изгелегебеҙҙә, ейән-ейәнсәрҙәреңдең уңыштарына һөйөнөп, имен - бай тормошта, йән тыныслығында, һаулыҡта ғына, барлыҡ туғандарың, яҡындарың менән татыулыҡта йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет - шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы - хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донья именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Минжиһан, ҡыҙың Фаягөл, кейәүең Илһам, улдарың Винер, Илмир, килендәрең Алина, Нургөл, ейән-ейәнсәрҙәрең Ислам, Фәриҙә, Вильдар, Батыр, Искәндәр, Гүзәл.

Автор:
Читайте нас